Урғаҙаға - янғын һүндереү машинаһы!
Ошо көндәрҙә Йылайыр ауыл биләмәһенә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан бөтөн ҡоролмалары менән янғын һүндереү машинаһы бүленде.
Ошо көндәрҙә Йылайыр ауыл биләмәһенә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан бөтөн ҡоролмалары менән янғын һүндереү машинаһы бүленде. Был актуаль проблема Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Фәйзи Рәхмәтуллиндың тырышлығы, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевтың ярҙамы менән ыңғай хәл ителде.
"Йылайыр" совхозы тарҡалғас, бында янғын һүндереү депоһы ла юҡҡа сыҡҡайны. Дала зонаһында урынлашҡан төбәк өсөн бындай хеҙмәттең булмауы үтә лә хәүефле. Ошоно күҙ уңында тотоп, быйыл апрель айында унда башлыҡ булып тәғәйенләнгән Фәйзи Салауат улы мәсьәләне контролгә алды. Техникумдың буш торған бинаһы арендаға алынып, унда реконструкция эштәре атҡарылды, яңы тимер ишектәр ҡуйылды. Бөгөн бында яңы йылытыу системаһы ҡуйыу эштәре бара. 3 кеше килешеү нигеҙендә эшкә алынған, уларҙы уҡытыу мәсьәләһе хәл ителә.
Последние новости
В Башкирии исполняющий обязанности вице-премьера не признал вину в коррупции
Алан Марзаев отверг все обвинения в суде.
Уфимская компания «Лексема»: инновации в автоматизации бизнес-процессов
Компания нацелена на двукратный рост и внедрение искусственного интеллекта в свои решения.
Норильский никель возглавил рейтинг социальных расходов горнодобывающих компаний
Исследование охватывает 50 крупнейших игроков в горнодобывающем секторе.
Частотный преобразователь
Подбираем решения под ваши задачи с учётом особенностей оборудования и требований