Алтынсылар Шайморатов класы буласаҡ

Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер: ремонт эшләнгән, ашханалар төҙөк, автобустар балаларҙы көтә.

Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер: ремонт эшләнгән, ашханалар төҙөк, автобустар балаларҙы көтә. Алтынсылар Шайморатов класы буласаҡ

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһен үткәреү матур йолаға әүерелгән. Бындай сара Йәрмәкәй районында ла үтте. Уҡытыусылар былтырғы уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, быйыл атҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләште. Конференцияла Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов, Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтхуллин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Кожевников ҡатнашты.

Йыл һайын райондың мәғариф усаҡтары балалар шөғөлләнгән түңәрәктәрҙә эшләгән ҡул эштәренең күргәҙмәһен ҡуя. Ҡунаҡтар тәүҙә ошо күргәҙмәне ҡарап сыҡты.

Сараны тантаналы асып, район хакимиәте башлығы Илшат Райманов уҡытыусыларҙы  яҡынлашып килгән Белем байрамы менән тәбрикләне һәм яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре менән таныштырҙы, атҡарылған эштәрҙе барланы. Мәҫәлән, быйыл Йәрмәкәй ҡасабаһының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә тулыһынса “ашығыс ярҙам” системаһы монтажланған. Түбәнге Олойылға һәм Иҫке Турай ауылдарындағы мәктәптәргә идара итеү һәм күҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ. Был эштәргә район ҡаҙнаһынан бер миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Әлеге сараларҙың барыһы ла балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән башҡарыла.

Балалар именлеген районда хәстәрләйҙәр. Йәмғеһе 34 ауылдан 296 бала күрше ауылдарҙағы мәктәптәргә уҡырға йөрөй. Әлеге мәлдә ун мәктәптең 15 автобусы бар. Былтыр көҙ Һыуыҡҡул мәктәбенә дәүләт программаһы нигеҙендә "ГАЗ" маркалы автобус бүленгән. Быйыл район автобустарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙе алдан хәстәрләп, 380 мең һумға ҡышҡы шиналар алып ҡуйған. Уҡыусыларҙы махсус туҡталыштан алып, хәүефһеҙ туҡталышта ғына ҡалдырыу алдан уйланылып атҡарылған. 8 Март исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенә ашхана һәм аш-һыу бешереү бүлмәһен ремонтлауға өс миллион 600 мең һум аҡса бүленгән. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов ярҙамы менән өҫтәлдәр һәм ултырғыстар һатып алынған.

- Былтыр Ялан-Шишмә ауылында 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм балалар сәнғәт мәктәбе менән бергә 40 урынлыҡ башланғыс мәктәп төҙөлә башланы. Төҙөлөшкә аҡса Башҡортостандың социаль маҡсатлы программалары фонды аша бүленде. Бөгөнгә төҙөлөш майҙаны таҙартылған, электр селтәре үткәрелгән, нигеҙ һалынды. Төҙөлөш дауам итә. Ул ике йылдан тамамланыр тип планлаштырһаҡ та, подрядсылар уны саҡ ҡына иртәрәк өлгөртөр тип ышанабыҙ.

Йәмғиәттә тотороҡлолоҡ тәү сиратта мәғариф, мәҙәниәт, рухи тәрбиәнән тора. Айырыуса был үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә бәйле. Быйыл райондың балалар баҡсалары, мәктәптәре балаларҙы һәм уҡыусыларҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер, иң мөһиме уҡыу офлайн форматта, мәктәп бүлмәләрендә үтһен тигән теләктә ҡалам, - тине район хакимиәте башлығы.

Райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Сафин тәү сиратта былтырғы эш йомғаҡтары тураһында ентекле һөйләне.

- Йыл һайын үтәрелгән кәңәшмә беҙгә былтырғы эш һөҙөмтәләрен барларға, хәл ителәһе мәсьәләләр тураһында һөйләшергә, яңы уҡыу йылына пландар ҡорорға ярҙам итә, - тип билдәләне ул.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Илгиз Фәтҡуллин үҙ сығышында бөгөн уҡытыусыларҙың роле тураһында айырым әйттеп үтте.

- Уҡытыусыларҙың иңенә ҙур социаль яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр булып тора, һеҙ яңынан-яңы уңыштарға өлгәшәһегеҙ. Һөнәри оҫталыҡ һәм эшегеҙгә тоғролоҡ алдығыҙға ҡуйылған эште еренә еткереп атҡарырға ярҙам итә. Яңы уҡыу йылы ҡыуаныстар ғына алып килһен, - тип теләген белдерҙе Илгиз Фәтҡуллин.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Кожевников уҡытыусыларҙы йылы тәбрикләне һәм кәңәштәрен дә еткерҙе:

- Йәрмәкәй районы белем биреү процесын ойоштороуҙа уңыш ҡаҙана. Бында педагогик йолалар һаҡланған, ғорурланырлыҡ уҡыусылары һәм уҡытыусылары бар. Барлыҡ уҡытыусыларға ла яуаплы хеҙмәте, һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт әйткем килә. Алдыбыҙҙа ҙур эш тора. Киләсәктә уҡыусылар район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн уҡытыусы һәр баланың һәләтен асыҡлай белергә тейеш, – тине.

Сараның икенсе өлөшөндә педагогик эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре, юбилейҙарын билдәләүселәр тәбрикләнде.

Сарала балаларҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләү тураһында күп һөйләнелде. Районда был йәһәттән ысынлап ҙур эш башҡарыла. Ете мәктәптә туғыҙ юнармия класы бар һәм улар уңышлы эшләй. Уҡыусылар мемориал, обелисктарҙы һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Йәмәғәт сараларының уртаһында ҡайнай, төрлө конкурс, ярыштарҙа гел еңеүселәр рәтендә була.

Быйылғы уҡыу йылында иһә Йәрмәкәй урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класы базаһында “Шайморатов класы” сафҡа индереләсәк. Уҡыусыларға форма тегеү ошо көндәрҙә тамамлана.

Яңы уҡыу йылына йәрмәкәйҙәрҙең өмөттәре, пландары һәм атҡараһы эштәре байтаҡ.

Фотолар Йәрмәкәй районы хакимиәтенән алынды.

Алтынсылар Шайморатов класы буласаҡ Автор:Лилия Нуретдинова

Последние новости

Новые инициативы по улучшению экологии в России

Правительство запускает программу по озеленению городов

Научные открытия в области медицины: новые горизонты лечения рака

Ученые сделали прорыв в борьбе с онкологическими заболеваниями.

Автомобиль для военной операции в Башкортостане

Министерство лесного хозяйства передало УАЗ для поддержки военных действий.

Card image

Экономику РФ из-за эффекта домино может ждать двухлетний кризис

На этом сайте вы найдете актуальные вакансии в Вольске с предложениями работы от ведущих работодателей города

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *