“Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе үтте
Быйыл республикабыҙ тарихи ваҡиғаларға бай йыл кисерә. Шулар араһында бөйөк әҙибебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар ҙур урын биләй.
Быйыл республикабыҙ тарихи ваҡиғаларға бай йыл кисерә. Шулар араһында бөйөк әҙибебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар ҙур урын биләй. Беҙҙең райыныбыҙҙа ла был дата киң билдәләнә. Район үҙәк китапханаһы матур йолаға әүерелгән сара - йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” ижади бәйгеһен ойошторҙо.
Сентябрь –октябрь айҙарында был сара 7 төбәктә уңышлы ғына үтте, унда 80 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. 24 октябрь Халыҡ ижады үҙәгендә еңеүселәр район бәйгеһендә көс һынашты. Тамашасылар хөкөмөнә 20 ҡатнашыусының сағыу сығыштары тәҡдим ителде. Ярыш һынауҙарын һәр пар бик тә лайыҡлы үтте. Бик ҡыҙыу барған бәйгелә Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары Гөлсөм Шахморатова һәм Радмир Ильясов хаҡлы рәүештә Гран –при яуланы. Һәр бәйгесе үҙенсәлеге менән айырылып торҙо һәм төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.
Темәс ауылынан Милә Ҡотлоғәләмова “Йәшлек гүзәле”, Ильфат Зарипов – “Сая йәшлек”, Ләйсән Баязитова – “Гүзәллек”, Фәнир Ирназаров “Салауат рухлы”, Сыңыҙ ауылынан – Айһылыу Әбдрәшитова “Башҡорт һылыуы”, Мөхәмәт Шахморатов “Ирәндек бөркөтө”, Ишмырҙа ауылынан Нурзилә Әфләтунова һәм Айгиз Ишмырҙин “Өмөтлө быуын”, Ҡолсора ауылы йәштәре Гөлиә Мостафина һәм Байрас Ғафаров “Тамашасы һөйөүе”, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Гөлфирә Нарынбаева “ Бейеү алиһәһе”, Ишморат Рәхмәтуллин “Өмөт” , Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәп уҡыусылары Гөлназ Хәмитова “Нәфис һүҙ оҫтаһы”, Ғәзинур Нуртдинов “Баймағым өмөтө”, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары Алтынай Сәлихова “Баймағым биҙәге” һәм Ислам Килдейәров “Сәхнә оҫтаһы”, Байыш мәктәбе уҡыусылары Диана Рәхмәтуллина һәм Фәнзил Мортазин “Һәләтле йәштәр” номинацияларына лайыҡ булдылар.
Зиһендәргә Мостай рухын һирпер был бәйге маҡсатына өлгәште, йәштәр ҡабатланмаҫ Мостай илен яңынан асып, мәшһүр әҙиптең үлемһеҙ әҫәрҙәрен, фәһемле һүҙҙәрен күңелдәре аша үткәреп, рухланып ҡайттылар
Последние новости

Школьники из Альшеевского района посетили Центризбирком республики
В Центризбиркоме республики прошел «День открытых дверей» для учащихся школы №5 села Раевский.

Управление напоминает о необходимости предоставления отчетности за 2024 год
Управление Министерства юстиции Российской Федерации по Республике Башкортостан напоминает руководителям некоммерческих организаций об обязанности предоставлять отчетность, установленную федеральным законодательством.

По иску Управления ликвидирована некоммерческая организация
Управление Министерства юстиции Российской Федерации по Республике Башкортостан в связи с выявленными нарушениями обратилось в суд с административным исковым заявлением о ликвидации Автономной некоммерческой организации
Подготовку к посевной кампании-2025 обсудили в Стерлитамакском районе Башкортостана
Новости из городов и районов нашей республики. 5 апреля 2025, 16:04 ГТРК «Башкортостан» Посевную кампанию-2025 обсудили в Стерлитамакском районе.