19.06.2019

Баймаҡтар бәйгеләрҙә һынатмай

   17-19 июндә Ишембай ҡалаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһендә 28 район һәм 8 ҡаланан  200-ҙән ашыу уҡыусы сығыш яһаны.

    17-19 июндә Ишембай ҡалаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһендә 28 район һәм 8 ҡаланан   200-ҙән ашыу уҡыусы сығыш яһаны.  Баймаҡ ҡалаһы һәм районы намыҫын яҡлаусы конкурсанттарыбыҙҙың иң йәше –  Әхмәр ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Ишмәтова Рәмилә (етәксеһе Мусина Д.Ш.), мәшһүр эпосыбыҙҙы башҡорт телендә яттан һөйләп, беренсе урын яуланы. Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  6-сы класс уҡыусыһы Шахморатова Рәзинә (етәксеһе Шахморатова З.Ә.) махсус призға лайыҡ булды.

    Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиуллина С.С. етәкләгән фольклор төркөмө (4-7-се класс уҡыусылары: Әминев Батыр, Ильясов Сыңғыҙ, Шәйнурова Азалия, Вәлиева Ынйыгөл һәм Вәлиев Малик), халҡыбыҙҙың аҫыл мираҫы булған “Заятүләк һәм Һыуһылыу”   эпосынан  өҙөк сәхнәләштереп, икенсе урынға лайыҡ булды.

    Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеп, милли музыка ҡоралдарында оҫта уйнаған, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған  был йәш сәсәндәребеҙҙе республика кимәлендәге оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Яңы уңыштар һәм ҙур еңеүҙәр яулап, киләсәктә лә Урал батыр вариҫтары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

Фото

Последние новости

В г. Сибай оглашен приговор по факту получения взяток врачом

Сибайский городской суд вынес приговор по уголовному делу в отношении врача местной больницы.

Прокуратура в судебном порядке добилась признания сделки по передаче здания детского сада недействительной и взыскала в бюджет 228 млн рублей

Верховный суд Республики Башкортостан удовлетворил апелляционное представление прокуратуры республики к жителю г. Уфы, республиканскому Министерству земельных и имущественных отношений.

Card image

Предположение, что российскую валюту тянут вниз проблемы с конвертацией индийских рупий

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *