Яугирҙар исеме мәңгеләштерелде
Күрше ауылыбыҙ Һарышта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә стела асылды, яу яландарында батырҙарса һәләк булғандар һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыусылар исеме мәңгеләштерелде.
Күрше ауылыбыҙ Һарышта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә стела асылды, яу яландарында батырҙарса һәләк булғандар һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыусылар исеме мәңгеләштерелде. Стела ауылда йәшәүселәр һәм ситтәге яҡташтар – ветерандарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ярҙамы менән төҙөлдө.
Тантананы райондан саҡырылған махсус ҡунаҡтар асып ебәрҙе һәм Мансур хәҙрәт яугирҙар рухына доғалар уҡыны. Шулай уҡ Әлшәй телевидениеһы һәм ” Әлшәй хәбәрҙәре” редакцияһы килде. Нияз Ғиззатуллин ҡурай моңдары менән байрамды биҙәне.
Стеланы эшләүҙә айырыуса ярҙам ҡулы һуҙған Һарыш ауылы ир – егеттәренә тантаналы рәүештә бүләктәр тапшырылды. Стела асыу тантанаһы байрам сәйе, ҡаҙанда бешкән былау менән дауам итте. Ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә апай Юнысова үҙенең ижады менән байрамды биҙәһә, уның улы Артур Иҙелбаев Һарыш ауыл клубына гармун бүләк итте. Тантана байрам концерты менән тамамланды.
Байрамды ойоштороусыларға, Себенле һәм Һарыш ауылдары мәҙәниәт йорто етәкселәренә, ауыл хакимиәте башлығы Таһир Кашаповҡа, Һарыш ауылы халҡына, ошо ауылда тыуып үҫеп, ситтә йәшәгән яҡташтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Источник: https://vk.com/id601819055?w=wall601819055_1649%2Fall
Последние новости

Школьники из Альшеевского района посетили Центризбирком республики
В Центризбиркоме республики прошел «День открытых дверей» для учащихся школы №5 села Раевский.

Управление напоминает о необходимости предоставления отчетности за 2024 год
Управление Министерства юстиции Российской Федерации по Республике Башкортостан напоминает руководителям некоммерческих организаций об обязанности предоставлять отчетность, установленную федеральным законодательством.

По иску Управления ликвидирована некоммерческая организация
Управление Министерства юстиции Российской Федерации по Республике Башкортостан в связи с выявленными нарушениями обратилось в суд с административным исковым заявлением о ликвидации Автономной некоммерческой организации
Подготовку к посевной кампании-2025 обсудили в Стерлитамакском районе Башкортостана
Новости из городов и районов нашей республики. 5 апреля 2025, 16:04 ГТРК «Башкортостан» Посевную кампанию-2025 обсудили в Стерлитамакском районе.