Уның рухы мәңге йәшәр...
Һөләймән ауылы “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Халыҡ әйтеүенсә, был сара уларҙы ныҡ берләштергән, араҡы тигән яуызға ҡаршы тупландырған.
Һөләймән ауылы “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Халыҡ әйтеүенсә, был сара уларҙы ныҡ берләштергән, араҡы тигән яуызға ҡаршы тупландырған. Шуныһы ҡыуаныслы, ыңғай һөҙөмтәләр бар. Бөгөн ауылда наркодиспансерҙа иҫәптә торған бер генә ғаилә лә юҡ. Һөләймәндәр ауырлыҡтарға баш эймәй, маҡсаттар ҡуйып, ҙур өмөттәр менән тырышып йәшәй, изге ғәмәлдәр ҡылып ҡалырға, уның өсөн һәр саҡ уяу булырға, аңлы эш итергә кәрәклеген тулыһынса аңлай һәм, әлбиттә, үҫеп килгән балаларға үрнәк күрһәтә.
Быйыл да һөләймәндәр “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең муниципаль этабы иғлан ителгәс тә, бик күп саралар планлаштырҙы һәм тормошҡа ашырҙы. Көҙгө матур көндәрҙә ҡомалаҡ йыйырға барҙы, мәсет тирәһендә ағастар ултыртты, тәрбиәсе һәм уҡытыусылар көнөн ҙурлап үткәрҙе, яңы тыуған сабыйға исем ҡушыу йолаһын башҡарҙы, һәр шәмбе тиерлек өмәләргә сыҡты, махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашыуҙар ойошторҙо.
Ауылда бигерәк тә арҙаҡлы шәхестәрҙең исемендәрен мәңгеләштереү, уларҙың тормош юлын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн, 10 ноябрҙә, үткән сара Һөләймән ауылында тыуып үҫкән, башҡорт совет дәүләт эшмәкәре, 1950 – 1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын башҡарған, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Зәғәфүрәнов Фәйзрахман Зәғәфүрән улына арналды. Быйыл 10 октябрҙә уға 110 йәш тулыр ине.
Сараға йыйылыусыларҙы Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова сәләмләне.
Сараны алып барыусы Фәйрүзә Дусмөхәмәтова Ф.З. Зәғәфүрәновтың тормош юлы менән таныштырҙы. Хәтирәләре менән билдәле яҡташыбыҙҙың туғаны Әхмәт ағай Әхмәҙуллин уртаҡлашты. Сара ауылдың үҙешмәкәрҙәре башҡарыуында концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Залда Фәйзрахман Зәғәфүрәновҡа арналған стендар, ауылдың оҫта ҡулдары эшләгән әйберҙәрҙән күргәҙмә әҙерләнгән ине.
Сара һуңында барыһын да табынға саҡырҙылар. Ауыл имамы Рафинат Байрамғолов Фәйзрахман Зәғәфүрәновтың рухына бағышлап аяттар уҡыны.
Һөләймән ауылы халҡы бәйгелә еңеп сығыу өсөн бар көсөн, дәртен, ижади һәләтен һалып, сәләмәт көнәркәшлек рухында йәшәй. Сөнки уларҙың маҡсаты ҙур – ауылда 1970 йылдарҙа төҙөлгән һыу системаһы торбаларын алмаштырыу. Уларға уңыштар, маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ.
Фәйрүзә Зәйнетдинова, Айгөл Шарапова.
Последние новости
Снегопады и минусовые температуры ожидаются в Башкортостане
Синоптики предупреждают о значительных осадках и холодной погоде.
Назначение глав районов: новая структура управления
В регионе произошло значительное обновление руководства.
В Уфе завершено расследование уголовного дела о мошенничестве
Мужчина обвиняется в хищении почти 6 миллионов рублей у 28 граждан.
Частотник
Осуществляем поставку в оговоренные сроки, обеспечивая быструю отправку