Поздравление Главы Администрации Бурзянского района Газиза Манапова с Днем защитника Отечества

Хөрмәтле райондаштар, ир-егеттәр! Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итеп алығыҙ!

Хөрмәтле райондаштар, ир-егеттәр!

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итеп алығыҙ!

Байрам көнөндә, иң беренсе сиратта, беҙ   Ватаныбыҙ һаҡсыларын: Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хеҙмәт ветерандарын, төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы, бөгөн Рәсәй Армияһы сафында хәрби бурысын үтәүселәрҙе ҡотлайбыҙ.

23 февраль   йыл һайын уҙғарылған «ир-егеттәр» көнө генә түгел, ә Тыуған илен һаҡлаусыларҙың һәм яҡлаусыларҙың барыһы өсөн дә ысын ғорурлыҡ байрамы. Ул Рәсәйҙең үткәнен, әлегеһен һәм киләсәген берләштереп, батырлыҡ, берҙәмлек, Тыуған ил һәм уның тарихы өсөн ғорурлыҡ символы булып тора.

Бөгөн илебеҙҙең именлеге һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн барған махсус хәрби операция шарттарында Ватанды һаҡлаусылар көнө айырым әһәмиәткә эйә. Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафын профессиональ хәрби хеҙмәткәрҙәр генә түгел, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған яҡташтарыбыҙ, ирекле батальондар составында үҙ ирке менән барыусылар ҙа тулыландырҙы. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм еңеү яулап иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямаған ир-егеттәрҙе онотмайбыҙ, уларҙың батырлыҡтары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.

Ошо байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, һәр ғаиләгә бәхет һәм татыулыҡ, рух ныҡлығы һәм эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

  Бөрйән районы муниципаль  район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

 

 

 

Последние новости

Как определить степень износа серводвигателя?

Чтобы техника работала как часы, важно знать, когда она начинает сдавать позиции. Рассказываем, как по звуку, вибрации и поведению вычислить усталость серводвигателя.

Учрежден новый профессиональный праздник – День работника суда

Профессиональный праздник – День работника суда, утвержденный постановлением Правительства Российской Федерации от 24.10.2025 № 1657, будет ежегодно отмечаться в России 5 ноября.

Информация о проведенных Управлением Роспотребнадзора по Республике Башкортостан контрольных (надзорных) мероприятиях и их результатах за период с 20 по 24 октября 2025 г.

За период с 20 по 24 октября 2025 г. проведено контрольных (надзорных) мероприятий  в отношении юридических лиц и индивидуальных предпринимателей - 33,

Пошаговое руководство: как грамотно оформить первый микрозайм

Как взять кредит с умом и не пожалеть об этом спустя пару месяцев

Здесь вы найдете свежие и актуальные новости в Череповце, охватывающие все важные события в городе

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *